• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Яңы йыл байрамдарында район етәкселәре Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусынан ниндәй бүләктәр алды 13.01.19 10:10

    Яңы йыл байрамдарында район етәкселәре Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусынан ниндәй бүләктәр алды

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район хакимиәттәре етәкселәренә Яңы йылға үҙенсәлекле бүләк яһаны.

    Күмертау ҡалаһы мэры Борис Беляев социаль селтәрҙә уҡыусылары менән ошо хаҡта уртаҡлашты.

    «Яңы йылға бүләктәр алыу һәр саҡ ҡыуаныслы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бөтә башлыҡтарға яһаған бүләгенә тәрән мәғәнә һалынған, һәм был, моғайын, эш итеүгә ҡулланма булып торалыр. Бөгөн чиновниктарҙың ниндәй бүләктәр менән алмашырға тейешлегенә һәйбәт миҫал. Бындай бүләк уйланырға һәм тағы ла бер тапҡыр мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтергә мәжбүр итә тип иҫәпләйем, — тип яҙа Борис Беляев. — «Үҙенсәлекле балалар» ауыр сирле балаларға ярҙам фондынан балаларҙың фотоһүрәттәре менән календарь. Һәр бала йәмғиәтебеҙҙән айырым хәстәрлеккә һәм ярҙамға хоҡуҡлы. Ҡалабыҙҙа ла үҙенсәлекле балалар йәшәй, уларҙың сәләмәтлек торошо беҙҙән ҙур иғтибар талап итә. Үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре менән йыш аралашам һәм ошо үҙенсәлекле кешеләрҙең көслө, тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, бик позитив булыуҙарын күрәм. Хөрмәтле ата-әсәләр, йәнә бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәм, мин һеҙҙең менән аралашыуға әҙер һәм асыҡ. Һеҙ һәр саҡ миңә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, проблемаларҙы бергәләп хәл итербеҙ».


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»