• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә Республика шыршыһында балаларға махсус эффекттар менән иҫ киткес әкиәт күрһәттеләр 23.12.18 8:52

    Өфөлә Республика шыршыһында балаларға махсус эффекттар менән иҫ киткес әкиәт күрһәттеләр

    Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондары, Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай — балалар, бер-береһен бүлә-бүлә, республиканың төп шыршыһына ҡайҙан килеүҙәре хаҡында һөйләй. Байрам йома, 21 декабрҙә, Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының төп сәхнәһендә уҙҙы. Республиканың 800-гә яҡын уҡыусыһы Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова менән әйлән-бәйлән өйөрөлдө.

    Әгәр Бөрйән районынан 10 йәшлек Рәмилгә бынан алда берәйһе уға республиканың төп шыршыһына саҡыралар тип әйтһә, ул ышанмаған булыр ине.

    «Отличник, спортсы һәм шахматсы булһам ни? — тип фекер йөрөтә малай. — Ләкин, һин бараһың тигәс, бик шатландым, әлбиттә».

    Уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс һәм спорт ярыштары еңеүселәре, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡышҡы тылсымсыны —  Ҡыш бабай менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көттө. Бына ошо мәл дә етте.

    Әкиәт башланыр алдынан йәш тамашасыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова сәләмләне.

    «Һеҙҙе республиканың төп шыршыһында сәләмләүемә шатмын. Ниһайәт, күптән көткән байрам — Яңы йыл яҡынлаша. Һеҙгә бәхет йылмайҙы, ләкин ошо сарала ҡатнашыу өсөн һеҙ ҙә күп көс һалдығыҙ. Сөнки төбәктә 464 мең уҡыусы бар, уларҙың 780-е генә ошо күркәм байрамға саҡырылды. Тырышлығығыҙ өсөн бүләкләнләндегеҙ», — тип мөрәжәғәт итте ул балаларға.

    Ленара Иванова залға йыйылыусыларҙың барыһына ла республика башлығы Радий Хәбировтан сәләм еткерҙе.

    «Ул һеҙ тәү сиратта сәләмәт булып үҫһен өсөн беҙ барыһын да эшләрбеҙ, тип әйтеүемде һораны. Иң мөһиме, сынығығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ, — тине вице-премьер вазифаһын башҡарыусы. — Аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан һәм изге күңелле булырһығыҙ тип ышанабыҙ. Бөгөн арағыҙҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 100-гә яҡын бала бар. Ләкин улар ҙа, һеҙҙең кеүек үк, аҡыллы, һәләтле, ҡыҙыҡһыныусан. Улар менән аралашыуығыҙҙы һәм кемгә ауыр, шуларға һәр саҡ ярҙам итеүегеҙҙе үтенәм. Хыялланығыҙ, ижад итегеҙ, ҡыйыу булығыҙ! Байрамдар һәм каникулдар күңелле үтһен!».

    «Киреһенсә Яңы йыл» музыкаль әкиәтенең төп геройҙары Һыуыҡ бабай һәм Эҫе өләсәй, уларҙың ейәнсәрҙәре Ҡарһылыу һәм Япраҡбикә булды. Сюжеттың нигеҙендә — ҡасандыр өлкән быуын араһында булған бәхәс, ике ейәнсәрҙең осрашыуы, тәүҙә улар бер-береһе менән урындарын алмашты, ә һуңынан туғандарын дуҫлаштырҙы.

    Тамашанан һуң балаларҙы бүләктәр: тәм-том, йомшаҡ уйынсыҡ – йыл символы һәм китап көтә ине.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»