• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 22.12.18 8:48

    Радий Хәбиров именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Ул тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең республика идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

    «Именлек органдарында теләһә ниндәй минутта иң ҡатмарлы һәм хәүефле бурыстарҙы башҡарырға әҙерҙәр хеҙмәт итә. Һеҙ һәр саҡ, тәүлек әйләнәһенә тиерлек алғы сафта. Зирәк аҡыл, отҡорлоҡ, ҡыйыулыҡ һәм оҫталыҡ талап иткән мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Эшегеҙ һәр ваҡытта ла күренеп бармай, ләкин ул илдең һәм һәр беребеҙҙең именлеге өсөн бик мөһим. Күп осраҡта терроризмға, сәйәси һәм дини экстремизмға юл ҡуймау буйынса күргән сараларығыҙ арҡаһында республикала оператив хәл контролдә тотола. Беҙ мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлөшөндә эшләгән белгестәрегеҙгә ныҡлы иҫәп тотабыҙ, шул иҫәптән дәүләт власы органдарының», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.

    «Башҡа көс структуралары менән бергә ышаныслы рәүештә иҡтисади мәнфәғәттәр һағында тораһығыҙ. Үҙемдең Мөрәжәғәтнамәмдә республикаға милли проекттар сиктәрендә ҙур күләмдә аҡса бүлеү буйынса федераль үҙәк менән тығыҙ эш тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә тип билдәләнем. Улар беҙгә яңы производстволар асыу, эш урындары булдырыу, мөһим объекттар төҙөү өсөн кәрәк. Шуға күрә дәүләт аҡсаһын маҡсатлы файҙаланыуҙы ҡаты контролдә тотоу зарур», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»