• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров 18 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай 17.12.18 10:03

    Радий Хәбиров 18 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шишәмбе, 18 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

    Мөрәжәғатнамәлә республика етәксеһе төбәк үҫешенең яҡын һәм оҙайлы перспективаларына стратегик йүнәлештәрен билдәләй.

    Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә тәүге тапҡыр «Торатау» конгресс-холында уҙа. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан тыш, унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша. Быйылғы мөрәжәғәтнамәнең яңылығы шунда: Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса тантанаға тәүге тапҡыр хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә танылыу алған яҡташтарыбыҙ бара.

    Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Спутник ФМ», «Юлдаш» радиостанциялары алып бара. Шулай уҡ bash.news сайтында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Новости Республики Башкортостан и Уфы (БСТ)» берләшмәһендә интернет-трансляция ойошторола.

    Трансляция 18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»