• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: Ағиҙел күперен төҙөүгә 3,5 миллиард һум бүленде 10.12.18 10:54

    Радий Хәбиров: Ағиҙел күперен төҙөүгә 3,5 миллиард һум бүленде

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фейсбуктағы үҙенең сәхифәһендә Өфө күперҙәре буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында яҙҙы.

    «Был – ҙур мәсьәлә. Аэропортҡа илткән юлда иҫке күпергә бәйле ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Йәйгеһен төҙөкләндереү эштәре башҡарылһа ла, ике йылдан уны барыбер ябырға тура килә, сөнки ныҡ иҫкергән. Әле унан еңел автомобилдәр генә хәүефһеҙ йөрөй ала, ауыр транспорт хәрәкәте тыйылған. Республика Өфөгә ярҙам итәсәк, беҙ 3,5 миллиард һум бүлдек, шуның 2,5 миллиарды — федераль ҡаҙнанан, был хаҡта транспорт форумында һөйләшеп килешкәйнек».

    «Затонда һәм Шакшала тағы ике авария хәлендәге күпер бар. Бында ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде, уларҙы проектлай башлайбыҙ», — тип яҙҙы төбәк етәксеһе.

    Бынан алда Башҡортостанда юл төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһында республикала 127 күпер төҙөкләндереүгә мохтаж тип белдергәйнеләр.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»