• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Белорет металлургия комбинаты импортты алмаштырыусы ҡорос канаттар етештерә башланы 05.12.18 9:12

    Белорет металлургия комбинаты импортты алмаштырыусы ҡорос канаттар етештерә башланы

    Белорет металлургия комбинатында бөгөн импортты алмаштырыусы ҡорос арҡандар производствоһы асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

    Яңы ҡорамал полимер менән ҡапланған 6-12 шәлкемле арҡандар үрергә мөмкинлек бирә. Улар тау-руда һәм нефть сығарыу, шулай уҡ күпер һәм карап төҙөү тармаҡтарында импортты алмаштырырға тейеш. Проекттың хаҡы 511 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, 2016 йылда комбинат Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 255 миллион һумдан күберәк льготалы заем алған, ҡалған сумма — комбинаттың үҙенең аҡсаһы. Проект 60-тан ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирҙе.


    Предприятие музейы буйлап экскурсия барышында төбәк башлығы Радий Хәбировты Белорет металлургия комбинатының тарихы менән таныштырҙылар. Предприятие продукцияһы төрлө, шул иҫәптән радиоэлектрон тармаҡтарҙа файҙаланыла. Комбинат Рәсәйҙә диаметры 0,009 миллиметрға тиклемге микросым сығарылған берҙән-бер предприятие булып тора. Башҡортостан Башлығы ошо микросым ҡулланылған махсус аппаратураға Белорет металлургия комбинаты эшселәре өсөн сәләмләү яҙҙырҙы. Ул самолеттар өсөн «ҡара йәшниктәр» етештерелгән предприятиеларға ла оҙатыла.


    «Беҙҙең илдә һәм республикала ҙур сәнәғәт предприятиелары йәки цехтар асыу йыш күҙәтелмәй. Был — беҙҙең өсөн ҙур һәм шатлыҡлы ваҡиға. Проектты Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды ла хупланы, был беҙгә тормошҡа ашырылғандарҙың тәүгеһе генә тип уйларға өмөт бирә. Бөгөн коллегаларыбыҙ Белорет металлургия комбинаты менән берлектә комбинатты үҫтереү буйынса хаҡы 1 миллиард һумдан ашыулыҡ тағы ла ҙурыраҡ проект әҙерләй», – тине Радий Хәбиров, предприятие эшселәренә мөрәжәғәт итеп.
    Яңы ҡорамалдың етештереүсәнлеге – йылына 15 мең тонна продукция. Уны эшләтеп ебәреү 68 яңы юғары етештереүсәнле эш урындарын булдырырға мөмкинлек бирҙе.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»