• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республика халҡының Яңы йыл байрамдарында нисек ял итеүен аныҡланы 04.12.18 10:37

    Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республика халҡының Яңы йыл байрамдарында нисек ял итеүен аныҡланы

    Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдарында ял итеүҙең рәсми графигын баҫтырып сығарҙы. Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора. Шәмбе 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбе 31 декабргә күсерелгән.

    «2019 йылда 5 һәм 6 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 5 ғинуарҙағы ял кесаҙна 2 майға, 6 ғинуарҙағыһы йома, 3 майға күсерелгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.

    Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр 10 көн рәттән ял итә. Шуны билдәләп үтәйек, 29 декабрҙәге эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

    «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй», — тип аңлаттылар министрлыҡта.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»