• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә «Йәшлек-шоу — 2018» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты уҙа 02.12.18 9:01

    Өфөлә «Йәшлек-шоу — 2018» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты уҙа

    8 декабрҙә Өфөлә «Йәшлек-шоу — 2018» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты уҙа. Сирек быуаттан ашыу йәштәр араһында популяр булған Башҡортостандың иң уңышлы музыкаль проекттарының береһе яңы тауыштар аса.

    Быйыл тамашасыларҙы йәнә сағыу шоу: тәьҫирле инсталляциялар, көслө тауыш, көтөлмәгән алып барыусылар дуэты, эпатаж образдар, «Йәшлек-шоу» йондоҙҙары һәм хиттары көтә.

    «Йәшлек-шоу — 2018» гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Быйылғы финалсылар башҡорт эстрадаһының популяр артистары менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Улар — Радмир Исмәғилев, Ләйсән Ғәлимова, Илнур Рамазанов, Nail BashStyle, «Бәхетле» төркөмө, Гәлсәр Байғусҡарова, Раил Өмөтбаев, RNT, Ғайсар Минлеғолов, МС Баш, Рияна Хәлимова, Ян Лира, Рәфис Ишбаев, Ильяс Кинйәғолов. Мәскәүҙән махсус ҡунаҡтар — «Заман» төркөмө. Киске сәғәт 7-лә башлана.

    Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сара республиканың күп милләтле йәштәрен рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, йәштәрҙең ижади кимәлен арттырыу маҡсатында уҙғарыла.




    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»