• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: Башҡортостан менән Ставрополь крайының мөнәсәбәттәре тығыҙ һәм емешле 01.12.18 13:29

    Радий Хәбиров: Башҡортостан менән Ставрополь крайының мөнәсәбәттәре тығыҙ һәм емешле

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә өҫтәмә документтарға ҡул ҡуйҙы. Килешеү бер йыл элек төҙөлгәйне.

    «Беҙҙең һауыҡтырыу курорттарында Башҡортостандан йөҙҙән ашыу бала ял итте. Был — ошо өлкәлә хеҙмәттәшлегебеҙҙең башы. Республикағыҙҙа лайыҡлы һәм гүзәл урындарҙың күп икәнлеген беләм. Тауар әйләнеше беҙҙә арта, был тәү сиратта Башҡортостандың һәм беҙҙең төбәктең иҡтисады үҫеше менән бәйле. Башҡортостан — ҙур машиналар эшләү төбәге, Ставрополь өсөн был ҙур ярҙам, айырыуса ауыл хужалығының экспорт ҡеүәте үҫеше өсөн, беҙ шулай уҡ бизнес-миссиялар менән алмашыу хаҡында һөйләшеп килештек. Башҡортостан баҙары премиаль булып тора, шуға күрә был — предприятиеларыбыҙ өсөн өҫтөнлөклөләрҙең береһе. Мәҫәлән, республика биләмәһендә яҡынса 12 мең тонна ябыҡ тупраҡта үҫтерелгән йәшелсә һатабыҙ», — тип билдәләне Ставрополь губернаторы.

    Владимир Владимиров һүҙҙәренсә, ил төбәктәре алдында Рәсәй Президентының май указында билдәләнгән ҙур амбициялы бурыстар тора.


    «Алты йыл эсендә иҡтисадта икеләтә үҫешкә өлгәшергә тейешбеҙ. Бөгөн ҡул ҡуйылған документтар нигеҙендә — дәүләт башлығы билдәләгән бурыстар, һәм беҙ уларҙы бергәләп хәл итербеҙ. Бөгөн төбәктәребеҙ араһында тауар әйләнеше 14 миллион доллар тәшкил итә, тимәк, был һан кәм тигәндә бермә-бер артырға тейеш».
    Башҡортостан етәксеһе уны һүҙҙәрен хуплап, төбәктәргә иҡтисади күрһәткестәрҙе арттырыуҙан тыш, сабыйҙар үлеме, ғүмер оҙайлығын арттырыу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү мәсьәләләрен хәл итеү кәрәклеген билдәләне.


    «Рәсәй Президентының май указы — алға генераль план, илдең алға китеше өсөн уникаль мөмкинлек», — тине Радий Хәбиров.
    Башҡортостан менән Ставрополь крайын тығыҙ һәм емешле мөнәсәбәттәр бәйләй, Ставрополь губернаторының Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алыуы ла йоғонто яһай, тип иҫәпләй республика етәксеһе.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»