• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Төбәктәрҙең инвестиция мөхите рейтингында Башҡортостан юғарыраҡ баҫҡыстарҙы биләй ала — Стратегик башланғыстар агентлығы 28.11.18 16:31

    Төбәктәрҙең инвестиция мөхите рейтингында Башҡортостан юғарыраҡ баҫҡыстарҙы биләй ала — Стратегик башланғыстар агентлығы

    Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында Башҡортостан юғары 23-сө урынды биләй, ләкин тынысланырға ярамай, тип белдерҙе Өфөлә Стратегик башланғыстар агентлығының Волга буйы федераль округындағы вәкиллеге башлығы Сергей Бочаров.

    Уның һүҙҙәренсә, ил төбәктәренең 90 проценттан ашыуы, шул иҫәптән Башҡортостан үҙенең инвестиция мөхитен яҡшыртҡан. Былтырғы кеүек үк, 2018 йылдың 10 айында республиканың күрһәткестәре һәйбәт, әммә башҡа төбәктәрҙә динамика юғарыраҡ.

    «Башҡортостан юғарыраҡ урындарҙы биләй ала. Үҙ-ара эш итеүҙе системаға һалырға теләйбеҙ. Беҙ тап ситемалы, емешле эшкә өмөтләнәбеҙ», — тип билдәләне Сергей Бочаров республика хөкүмәтендә, Башҡортостандың Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында ҡатнашҡан сағында сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса Проект офисы ултырышында сығыш яһап.
    Стратегик башланғыстар агентлығының тағы бер вәкиле — Инвестиция мөхите департаменты етәксеһе Виталий Храмушин фекеренсә, Башҡортостанда эшләгән Проект офисының эше бик һөҙөмтәле түгел.

    Инвестиция мөхитен яҡшыртыу бурысы ведомство-ара характерҙа һәм уны бер министрлыҡҡа ғына йөкмәтергә ярамай, тип иҫәпләй эксперт. Башҡортостанда иһә Иҡтисади үҫеш министрлығына.

    Проект офисының эшмәкәрлеге киң, күп яҡлы һәм министрлыҡтар һәм контроль-күҙәтеү органдары араһында аныҡ үҙ-ара эш итеүҙе талап итә.

    «Беҙҙең күҙлектән, Проект офисы бөтә ошо структураларҙы бергә туплау өсөн ойошторола. Шул рәүешле генә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин. Беҙҙең ҡарашҡа, әлеге составты үҙгәртеп ҡорорға, уға төрлө структураларҙың вәкилдәрен индерергә, шулай уҡ маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн шәхси яуаплылыҡ билдәләргә кәрәк», — тип Стратегик башланғыстар агентлығы тәҡдимдәрен еткерҙе Виталий Храмушин.
    Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советының эше лә эксперттарҙа байтаҡ һорауҙар тыуҙырҙы. Советтың асыҡ булмаған функцияһы, ултырыштың ябыҡ форматы уға һөҙөмтәле эшләргә ҡамасаулай.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»