• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә» 27.11.18 16:29

    Радий Хәбиров: «Балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә»

    27 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципаль берәмек башлыҡтары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, шулай уҡ аутсорсинг нигеҙендә туҡланыу хеҙмәттәрен күрһәткән компанияларҙың вәкилдәре ҡатнашты.

    «Мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу – эшебеҙҙең мөһим йүнәлеше. Мин райондар буйлап йөрөнөм, уларҙың һәр береһендә хәлдәр төрлөсә. Мәҫәлән, Дыуан районында – авариялы мәктәп, шуға күрә директор уҡыусыларҙы балалар баҡсаһында ашатырға һөйләшкән. Төшкө аштың хаҡы – 21 һум. Хаҡ нисек ҡуйыла? Ауыл мәктәптәренең күбеһенең үҙенең ер участкаһы бар. Шуның иҫәбенә хаҡ арзанайтыла. Был туҡланыуҙы ойоштороуҙың бер алымы, – тине Радий Хәбиров. – Башҡа мәктәптәрҙә аутсорсинг нигеҙендә эшләйҙәр. Асылда, мәктәптәге төшкө аш баланың һаулығын формалаштыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә шундай ғаиләләр ҙә бар: мәктәптә һәйбәт туҡланыу – балалар өсөн ҡайнар аш ашауҙың берҙән-бер мөмкинлеге. Шуға балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә, эшебеҙҙең һәм иғтибарыбыҙҙың мөһим йүнәлеше».
    Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса мәктәп туҡланыуын камиллаштырыу тәҡдимдәре яңғыраны, шулай уҡ төбәк хөкүмәтенә бурыстар йөкмәтелде .


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»