• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ленара Иванова «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабының исем туйында ҡатнашты 07.11.18 10:00

    Ленара Иванова «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабының исем туйында ҡатнашты

    6 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабының исем туйы үтте. Баҫма халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Мостай Кәрим исемендәге Фонд тарафынан әҙерләнеп «Инеш» нәшриәтендә донъя күргән.


    Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Кәримова, билдәле әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.


    – Ошо китаптың донъя күреүенә күп көс һалыусы авторҙарға рәхмәтемде белдерәм. Мостай Кәрим беҙҙең дәүерҙең аҡылы, намыҫы, тигәнгә тағы бер тапҡыр инандым, – тине Ленара Иванова.


    Баҫма тәүге тапҡыр Мәскәүҙә үткән «Ҡыҙыл майҙан» Бөтә Рәсәй китап фестивалендә тәҡдим ителде. Китаптың исем туйын М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективы сығыштары биҙәне. Улар халыҡ шағирының әҫәрҙәренән өҙөктәр, йырҙар яңғарытты.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»