• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт – Йыйылышы Ҡоролтай ҡарауына республика бюджеты проектын тәҡдим итте 01.11.18 12:08

    Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт – Йыйылышы Ҡоролтай ҡарауына республика бюджеты проектын тәҡдим итте

    1 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарауына «2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙағы планлы осорға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проектын, шулай уҡ алдағы өс йылға төбәктең бюджет-финанс сәйәсәтен характерлаған башҡа документтарҙы һәм материалдарҙы тәҡдим итте.


    Быға тиклем закон проекты республика Хөкүмәте ултырышында ҡаралды һәм раҫланды.


    – Был бюджет проекты тотороҡло һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Быйыл беренсе тапҡыр беҙ социаль инфраструктураны көйләүгә ҙур сығымдар йүнәлттек, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Беҙҙең бюджет сәйәсәте һәр саҡ республика халҡы мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоп төҙөләсәк. Һәр һум ҡала һәм райондарҙы үҫтереүгә, төҙөкләндереүгә, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә эшләргә тейеш. Киләһе юбилей йылында тиҫтәләрсә социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәни һәм спорт үҙәктәрен төҙөү артабан да дауам итәсәк.


    2019 йылда бюджет килеме — 172,2 млрд һум, сығымдар 192,2 млрд һум тәшкил итәсәк. 20 млрд һум күләмендәге дефицит үткән йылдарҙа тупланған резервтар иҫәбенә тәьмин ителгән.


    Бюджет сығымдары структураһында барлыҡ социаль өҫтөнлөктәр һаҡланған һәм киңәйтелгән. Бынан алда раҫланған өс йыллыҡ бюджет күрһәткестәре менән сағыштырғанда, яңы проектта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡын арттырыуға, төҙөлөшкә, социаль объекттарҙы ремонтлауға, йыһазландырыуға, халыҡҡа социаль түләүҙәргә, автомобиль юлдарының хәүефһеҙлеген һәм сифатын күтәреүгә, ауылға булышлыҡ итеүгә, кешеләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сығымдар арттырылған.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»