• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты 30.10.18 20:20

    Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

    30 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виталий Мутко уҙғарған Рәсәй Федерацияһында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

     

    Ултырышта 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың планлы осорона федераль бюджет проектының бюджет-ара мөнәсәбәттәр өлөшө, шулай уҡ милли проекттарҙы һәм ил төбәктәрендә магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеү буйынса комплекслы планды тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.

     

    Радий Хәбиров әйтеүенсә, фекер алышыуҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ҡала мөхите, энергетика һәм юл инфраструктураһы буйынса магистраль проекттарға бәйле бихисап мәсьәлә тикшерелде.

      

    — Республикабыҙға ҡарата шул әйтелде: бер нисә милли проектта ҡатнашыу мөмкинлегебеҙ бар әле, — тине республика етәксеһе. — Бынан тыш, беҙҙең юл карталарының маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү кимәлен ҡарарға кәрәк. Унда типик характерҙағы проблемалар бар. Ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген беләм, һәм был йәһәттән башланғысҡа нигеҙ һалынды ла инде. Тәү сиратта, әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау, беренсел табип ярҙамы күрһәтеү. Ҙур биләмәле республика өсөн был баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»