• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында сығыш яһаны 25.10.18 14:48

    Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында сығыш яһаны

    25 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе пленар ултырышында сығыш яһаны.


    Радий Хәбиров депутаттарҙы алдан күреп эш итергә, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә яуап биргән закондар сығарыу башланғыстары тәҡдим итергә саҡырҙы. Шулай уҡ ул халыҡ вәкилдәренең дәүләт власы органдары эшмәкәрләгенә ғәҙел баһа бирергә тейешлеген билдәләне.


    — Дәүләт Йыйылышы депутаттарына парламент контроле хоҡуғына әүҙем файҙаланырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.


    Депутаттар мандат өсөн карьера мәнфәғәтенән сығып көрәшмәгәндер, уларҙың бөтәһен дә республикаға һәм уның халҡына хеҙмәт итеү берләштерәлер, тигән өмөт белдерҙе республика етәксеһе.


    — Һеҙ урындағы биләмәләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейешһегеҙ. Республика парламентына электрон ҡабул итеү бүлмәһен асыу зарур. Унда һәр депутаттың үҙ почтаһы булырға тейеш. Һайлаусылар уға үҙ проблемалары тураһында яҙа аласаҡ. Әгәр халыҡ яҙмаһа, тимәк, улар һеҙгә ышанмай,  - тине Радий Хәбиров.


    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы депутаттарҙа башҡарма власть органдары менән Башҡортостандың һөҙөмтәле үҫеше өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашырға әҙер булған партнерҙарҙы күрергә теләүен билдәләне.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»