• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы 24.10.18 21:19

    Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы

    24 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда төбәктең 2019 йылға һәм планлы 2021 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш фаразы һәм бюджет сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тикшерелде.


    – Алдағы йылдарға ла бюджет сәйәсәтен республика халҡы ихтыяжынан сығып төҙөйәсәкбеҙ. Киләһе йылда бик күп социаль объекттар сафҡа инәсәк, был эште дауам итәсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Киләһе йылда тулайым төбәк продуктының 2 процентҡа артыуы көтөлә. Башҡа күрһәткестәр ҙә илдең уртаса һандарынан юғарыраҡ булыр тип өмөтләнәбеҙ. Быйыл инвестициялар йәлеп итеү, торлаҡты сафҡа индереү буйынса пландан тайпылыу күҙәтелә. Бындай хәл башҡаса ҡабатланмаҫҡа тейеш.


    Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова хәбәр итеүенсә, киләһе йылға бюджет килеме 172 млрд һум, ә сығымы – 192 млрд һум тәшкил итәсәк.


    Министр әйтеүенсә, бюджеттың өстән ике өлөшө социаль әһәмиәттәге сығымдарға йүнәлтеләсәк.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»