• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә Швейцария Конфедерацияһы делегацияһы эшлекле һөйләшеүҙәр алып бара 24.10.18 20:52

    Өфөлә Швейцария Конфедерацияһы делегацияһы эшлекле һөйләшеүҙәр алып бара

    24 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Швейцарияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ив Россье етәкселегендәге Швейцария Конфедерацияһы делегацияһы менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.


    Башҡортостан менән Швейцария араһында дуҫлыҡ, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре күптән һаҡлана, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ Башҡортостан 2000 йылдарҙа Швейцарияның Үҫеш һәм хеҙмәттәшлек идаралығы линияһы буйынса әүҙем эш алып барылды.


    Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нефть химияһын эшкәртеү институтының һәм «Башгипронефтехим»дың Швейцария менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдереүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар яңы нефть химияһы продукттарын булдырыу өлкәһендә проекттар тәҡдим итә. «Башҡортостан сода компанияһы» ла берлектәге эшкә әҙер.


    Радий Хәбиров Башҡортостан менән Швейцария араһындағы тауар әйләнешен (уҙған йылда 14 процентҡа кәмегән һәм 15 миллион доллар ғына тәшкил иткән) алдағы йылдарҙа арттырырға мөмкин булыр тигән ышаныс белдерҙе.


    Биш йыл элек, 2013 йылда, Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары уҙҙы, унда Лозанна һәм Делемон ҡалаларынан балалар спорт ойошмалары ҡатнашты. Киләһе йылда Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Башҡортостанға донъяның 60-70 иленән спортсылар килә. Радий Хәбиров Швейцария командаһын да ошо ярыштарға саҡырҙы.


    Швейцария делегацияһы сәфәренең төп маҡсаты – инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтереү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ив Россье. Шуның менән бергә сит ил партнерҙарын һалым льготалары түгел, ә төбәктәге инвестиция мөхите – бизнесты алып барыуҙың асыҡлығы, һөйләшеүҙәргә әҙер булыу, бюрократик кәртәләрҙең юҡлығы ҡыҙыҡһындыра.


    Швейцария илсеһе Радий Хәбировтың Өфөлә Швейцария киноһы фестивален уҙғарыу тәҡдимен хупланы һәм был мәсьәләне мәҙәниәт буйынса федераль ведомство менән мотлаҡ тикшерәсәген билдәләне.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

    ОБРАЩАЕМ ВНИМАНИЕ! Данная форма не предназначена для приема обращений граждан в порядке Федерального закона от 02.05.2006 г. № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации», но предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации федерального проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи»